TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Başqırdıstan
Италия менән Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге диалогы үҫтереләсәк
Башҡортостан, "Башинформ", 20 ғинуар 2012.
Кисәнән алда Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында  Италияның Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ федераль округтарындағы Почетлы Генераль консулы Пьерпаоло Лодиджиани менән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров араһында һөйләшеүҙәр үтте.

Егерме йылдан ашыу ваҡыт Рәсәйҙә йәшәгән һәм Төньяҡ Кавказда бизнес менән шөғөләнгән Лодиджиани әфәнде Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр булыуын билдәләне һәм айырыуса агросәнәғәт комплексы һәм машиналар эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Осрашыу сиктәрендә бер нисә инвестиция проекты буйынса эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу мәсьәләләре ҡаралды, Башҡортостан менән Италия предприятиелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде, тип хәбәр итә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.

http://www.bashinform.ru/bash/427477/
 
Башҡортостан менән Сауд Ғәрәбстаны араһында хеҙмәттәшлек үҫешәсәк
Башҡортостан, "Башинформ", 28 декабрь 2011.

Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты етәкселегендәге Башҡортостандың эшлекле даирә делегацияһы ошо көндәрҙә Сауд Ғәрәбстаны Короллегенән ҡайтты. Осрашыу һөҙөмтәләре тураһында журналистарға Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы начальнигы Руслан Мирсаяпов һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев һөйләне.

— Беҙҙең визит Сауд Ғәрәбстаны Короллеге делегацияһының «Ҙур химия» халыҡ-ара форумына килеүенә яуап булды. Ул ваҡытта делегацияны Джидда ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе шәйех Салех Камель етәкләгәйне. Шулай уҡ Сауҙа палатаһы идараһы ағзалары, етди бизнесмендар ҙа булды. Форум сиктәрендә ике палата араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Джидда ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы беҙҙең республика мөмкинлектәренең презентацияһын Сауд Ғәрәбстанында үткәрәсәк тигән килешеүгә өлгәшелде. Был ҡарар беҙҙең дипломаттар, Джиддалағы генераль консул һәм Рәсәй Федерацияһының Сауд Ғәрәбстанындағы илсеһе менән ыңғай ҡабул ителде. Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар, барлыҡ мәсьәләләр ҙә тиҙ хәл ителде, — тип һөйләне Руслан Мирсаяпов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн Короллектең эшлекле даирәһенә Башҡортостан тураһында мөмкин тиклем тулы мәғлүмәт биреү сәфәрҙең төп маҡсаты булып торҙо.

Делегация составында Башҡортостандың 15 предприятие вәкилдәре лә булды, уларҙың һәр береһе презентация һәм һөйләшеүҙәр үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Эшлекле даирәләр осрашыуында һәм һөйләшеүҙәрҙә шулай уҡ Король ғаиләһе ағзалары, шәйех Салех Камель, Джидда ҡалаһындағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Генераль секретары Аднан Мандура, Джидда ҡалаһындағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Мазен Батерджи, Джидда ҡалаһындағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының халыҡ-ара дирекцияһы етәксеһе Аля Хассуба, Ислам үҫеш банкы вәкилдәре, агросәнәғәт комплексы, машиналар төҙөү, нефть өлкәһе белгестәре ҡатнашты.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе Сауд Ғәрәбстаны менән хеҙмәттәшлек итеүҙең мөһим бер йүнәлеше тип атаны. Сөнки Короллектәге климат шарттары халыҡтың төп туҡланыу рационын тәшкил иткән культураларҙы үҫтерергә мөмкинлек бирмәй.

— Сауд Ғәрәбстанының ҙур компаниялары вәкилдәре аҙыҡ-түлек продукттарын поставкалау буйынса республикала улар өсөн партнерҙар табыу тәҡдиме менән беҙгә мөрәжәғәт итте, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев. – Йәнә бер ҡыҙыҡлы йүнәлеш – ул төҙөлөш өлкәһендә подряд эштәре башҡарыуҙа ҡатнашыу. Короллектең социаль өлкәһе үҫешә, төҙөлөш эштәре әүҙем алып барыла. Монарх йәштәр өсөн торлаҡ төҙөүгә 90 миллиард доллар аҡса бүлгән. Ә беҙҙең төҙөлөш ойошмаларының был өлкәлә тәжрибәһе ҙур.

http://www.bashinform.ru/bash/423226/
 
Башҡортостан предприятиелары инвестициялар өсөн көрәшә
Башҡортостан, "Башинформ", 28 декабрь 2011.

2012 йылдың 12 ғинуарына тиклем Башҡортостан компаниялары «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» конкурсында еңеүселәрҙең проектын тормошҡа ашырыу өсөн һайлауҙа ҡатнаша ала. Төҙөлөш компаниялары, идара һәм страховка компаниялары, төҙөлөш материалдары йәки технологик ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр һәм уларҙы етештереүселәр, шулай уҡ хаҡ ҡуйыу менән шөғөлләнгән компаниялар саҡырыла. Был хаҡта БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» конкурсы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең бойороғон үтәү йөҙөнән үткәрелә. Ағымдағы йылдың сентябренән алып конкурстың ойоштороу комитетына Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарынан тиерлек 700-ҙән ашыу проект килгән. Башҡортостандан конкурсҡа ун заявка бирелгән.

Премияға дәғүә итеүгә иҡтисад тармағының төрлө өлкәләренән проекттар күрһәтелә. Компаниялар һәм предприятиелар үҙҙәренең программаларын тормошҡа ашырыуға инвестициялар аасаҡ. Конкурстың бүләк фонды 23 млрд һум тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/bash/423323/
 
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың тәүге ултырышын үткәрҙе
Башҡортостан, "Башинформ", 28 декабрь 2011.

27 декабрҙә Өфөлә, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың беренсе ултырышында Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын иғлан итеү тураһындағы Указды үтәү йомғаҡтары һәм Республика дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проекты тикшерелде. Совет составына дәүләт власы органдары, фәнни берләшмә, дини конфессиялар вәкилдәре, милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре инә. Ултырышты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

— Милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләһе Башҡортостан Республикаһында көнүҙәк түгел, күп быуаттар дауамында Башҡортостан ерендә дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, ултырышты асып. — Әммә йылдың бындай исеме менән беҙҙә был мөнәсәбәттәрҙең ни тиклем яҡшы, матур булыуына иғтибарҙы йүнәлтергә теләнек. Конфликттарҙың булмауы бөтә ил өсөн өлгө булып тора. Бындай тәжрибәбеҙ мөһим, уны Рәсәйҙә лә, күрше илдәрҙә лә күрәләр. Беҙгә киләләр, ҡарайҙар, өйрәнәләр. Быйыл күп саралар үткәрҙек: конференциялар, форумдар, кәңәшмәләр, төрлө байрамдар, осрашыуҙар. Уларҙың барыһы ла яҡшы кимәлдә үтте.

Республика башлығы 2011 йыл – Башҡортостан Республикаһында милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы – дауамында башҡарылғандарҙа ғына эштең туҡтамауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың беренсе ултырышында киләсәккә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн дөйөм алымдар әҙерләнде.

Башҡортостан Республикаһында милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы йомғаҡтары тураһындағы доклад менән ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов сығыш яһаны. Республикала тәүгә булдырылған Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проектын Советҡа Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, физика-математика фәндәре докторы Рәмил Бәхтизин тәҡдим итте. Ултырышта ҡатнашыусылар Республика дәүләт милли сәйәсәте концепцияһын тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты һәм уны аҙағынаса әҙерләргә, Концепция проектын киң мәғлүмәт сараларында баҫтырырға, тигән ҡарарға килде. Бынан һуң Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Совет был документты ҡабул итәсәк. Советтың бындай ултырыштары даими рәүештә, яҡынса кварталға бер тапҡыр үткәрелеп торасаҡ.

— Советтың булдырылыуы бик яҡшы, — тип ултырышҡа йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов. – Беҙ донъяла булған иң ҡатмарлы мәсьәләне тикшерәбеҙ. Минеңсә, милләт-ара татыулыҡ – ул ҡиммәтле һауыт, унан бер тамсы ла ситкә түгелергә тейеш түгел. Шуға күрә был мәсьәләләрҙе бөгөнгө кеүек, дуҫтарса мөхиттә, тикшерәсәкбеҙ, әммә был бәхәсте лә, киҫкен сығыштарҙы ла, тәҡдимдәр индереү кәрәклеген дә инҡар итмәй.

Республика Президенты Совет ағзаларына был өлкәлә уңыштар теләне.


http://www.bashinform.ru/bash/423526/
 
Республика Рәсәй төбәктәренең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе рейтингыһында беренсе килә
Башҡортостан, "Башинформ", 28 декабрь 2011.

Башҡортостан 2010-2011 йылдар өсөн Рәсәй төбәктәренең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе рейтингыһында «Минималь иҡтисади хәүеф» номинацияһында беренсе килә. Был хаҡта Рәсәйҙең «Эксперт РА» рейтинг агентлығы хәбәр итә.

Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика шулай уҡ агентлыҡ рейтингыһында «Инвестициялауҙың минималь иҡтисади хәүефе» номинацияһында беренсе урында килгән.

Белешмә өсөн. «Эксперт РА» рейтинг агентлығы – 1997 йылда ойошторолған Рәсәйҙең алдынғы рейтинг агентлығы. Ул «Эксперт» компаниялар төркөмө составына инә, уның мәғлүмәти-тикшеренеү проекттарының береһе булып тора. 2002 йылда АК&М рейтинг агентлығы менән консорциум төҙөлгән, уның сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм муниципалитеттарҙың рейтингыһы өҫтөндә берлектә эш алып барыла.

http://www.bashinform.ru/bash/421293/
 
<< Başlat < Önceki 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Sonraki > Son >>

Sayfa 3 > 31
  TKA 2008