TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Başqırdıstan
Өфөлә изге эштәр марафонсылары финишҡа ла килеп етте
Башҡортостан, "Башинформ", 2 декабрь 2011.

«Изге эштәр эшләйем» ижади марафонының гала-концерты Өфөлә Спорт һарайында үтте. Сараны үткәреү «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» менән тәҡдим ителде, һәм ул ете меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Өс ай дауамында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары, студенттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре махсус пункттарҙа ҡан тапшырҙы, биләмәләрҙе төҙөкләндерҙе, йылға һәм күл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты, балалар өсөн хәйриә акциялары үткәрҙе, йортһоҙ хайуандарға ярҙам итте һәм башҡа күп төрлө изге эштәр эшләне.

Марафонға республиканың билдәле әртистәре, спортсылары, алып барыусылары ла ҡушылды. Изге эштәр эшләүселәр Башҡортостандың 15 бәләкәй ҡалаһында булды.

Гала-концерт марафондың һуңғы этабы булды. Унда республиканың һәм Мәскәүҙең эстрада йондоҙҙары ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та сәләмләне.

— Минең уйымса, изгелек һәр саҡ яманлыҡты еңә, — тине ул, гала-концертта ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп. – Беҙ ошо хәҡиҡәткә ярашлы йәшәйбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа изге эштәр эшләргә тейеш. Һәм киләсәктә республикала улар күберәк эшләнер, тип ышанам.

Спорт һарайы фойеһында Рөстәм Хәмитов төрлө ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан изгелек эшләүселәрҙең күргәҙмәһе менән танышты. Был ауыл биләмәләре республиканың Изгелек баш ҡалаһы исеменә үҙ-ара көс һынашты. Уны интернет аша тауыш биреү ысулы менән һайларға ҡарар ителде.

Һөҙөмтәлә иң күп тауыш йыйыусы Ҡариҙел булды – 1226. Икенсе урында – Мәләүез (1225 тауыш). Өфө 1216 тауыш йыйҙы, миллионлы ҡала өсөн был күп тә түгел. Был күрһәткес менән республика баш ҡалаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.


http://www.bashinform.ru/bash/416325/
 
Арғаяштан йәш башҡорт артистары өлкә фестивалендә еңеү яуланы
Башҡортостан, "Башинформ", 2 декабрь 2011.

Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йортонда II «Ватанымды йырлайым» өлкә заманса милли һәм эстрада йыры фестиваленең аҙаҡҡы этабы үтте. Ойоштороусылар — өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Рәсәйҙең Силәбеләге Пенсионерҙар союзы. Сарала өлкәнең төрлө ҡала һәм ауылдарынан 300-гә яҡын башҡарыусы ҡатнашты.

Арғаяш балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Эдвина Йомағужина һәм уның уҡытыусыһы Виктор Осинцев Арғаяш районы исеменән сығыш яһаны. Улар «Минең йортом – Рәсәй» йырын башҡарҙы, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Эдвина Йомағужина башҡарған лирик башҡорт халыҡ йырҙары береһен дә битараф ҡалдырманы.

— Арғаяш районында башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен, фольклорын өйрәнеүсе һәләтле балалар күп, һәм был үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Бында Арғаяш муниципаль районы хакимиәтенең роле ҙур, әлбиттә, — тине Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов.

Һөҙөмтәлә Арғаяш әртистәре «Йөрәк хәтере» номинацияһында беренсе урын яуланы.

http://www.bashinform.ru/bash/416331/
 
Дмитрий Медведев Башҡортостанда «Ҡурай» технопаркын булдырыу идеяһын хупланы
Башҡортостан, "Башинформ", 1 декабрь 2011.

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостанда «Ҡурай» технопаркын булдырыуҙы хупланы. Был хаҡта, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Мөрәжәғәт менән сығыш яһап, республика башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Республика Президенты билдәләүенсә, «Ҡурай» технопаркын мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары өлкәһендә эшләү өсөн булдырыу планлаштырыла. Технопарк 2014 йылда 1500 яңы эш урынын булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.

— Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың беҙгә визиты барышында мин уның менән был идея тураһында һөйләштем, һәм ил башлығы уны хупланы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был проект өсөн үҙәктән бер миллиардҡа тиклем аҡса ала алырбыҙ, тип уйлайым.

http://www.bashinform.ru/bash/415630/
 
Республика аша «Европа – Көнбайыш Ҡытай» трассаһы үтәсәк
Башҡортостан, "Башинформ", 1 декабрь 2011.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Мөрәжәғәте менән сығыш яһап, Башҡортостан территорияһы аша үтәсәк яңы автомобиль трассаһы проекты хаҡында һөйләне.

—«Европа – Көнбайыш Ҡытай» трассаһының бер өлөшө республика аша үтһен өсөн Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығын ыңғайлата алдыҡ, — тип хәбәр итте Президент. – Проект тормошҡа ашырылғас, Бәләбәйҙән Күмертауға тиклем беҙҙә «1А» класлы яҡтыртылған заманса юғары тиҙлекле магистраль буласаҡ. 300 километр оҙонлоҡтағы Европа кимәлендәге юл беҙҙең республика аша үтәсәк.

Бынан тыш, ҡайһы бер федераль трассалар реконструкцияланасаҡ.

— Киләһе йылға Рәсәйҙең Транспорт министрлығы республика өсөн өс миллиард һум аҡса әҙерләгән, улар «М-5» һәм «М-7» трассаларын реконструкциялауға йүнәлтеләсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Президент шулай уҡ ауылдарҙы асфальт түшәлгән юлдар ярҙамында ҙур магистралдәр менән тоташтырыу буйынса эште дауам итергә кәрәклеген билдәләне.

http://www.bashinform.ru/bash/415726/
 
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен артабан үҫтереү Тармаҡты яңыртыу программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыласаҡ
Башҡортостан, "Башинформ", 28 ноябрь 2011.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен артабан үҫтереү Тармаҡты яңыртыу программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ, тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса республика Советының күсмә ултырышында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев.

— Башҡортостан Республикһы Президентының 2011 йылдың 25 авгусындағы «Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының территориаль органдары тураһында»ғы Указына ярашлы медицина округтарында, Яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының туғыҙ территориаль органын булдырыу күҙ уңында тотола, — тип хәбәр итте Георгий Шебаев. – Уларға эште ойоштороу, финанслау һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеген контролдә тотоу йөкмәтелә.

Улар республиканың ҙур күп профилле ҡала һәм район дауаханалары нигеҙендә булдырыласаҡ, дөйөм ҡеүәте – 1863 урын.

— Муниципаль-ара медицина үҙәктәрен булдырыу беҙҙең төп маҡсат булып тора, улар барлыҡ хеҙмәттәрҙе лә тәүлек әйләнәһенә күрһәтәсәк, — тине ведомство башлығы. – Ағымдағы йылда республикала – яҡынса 2 миллиард һумға 116 дауалау-профилактика учреждениеһы өсөн 1872 берәмек, 2012 йылда 1,8 миллиард һум аҡсаға 120 дауалау-профилактика учреждениеһы өсөн 1369 берәмек медицина ҡорамалдарын алыу ҡаралған.

Кадрҙар һәр тармаҡтың да иң мөһим ресурсы булып тора, тип билдәләне Георгий Шебаев. Тармаҡтағы кадрҙар мәсьәләһен яҡшыртыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентының «Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указы әҙерләнә. Указға ярашлы, ауылда эшләгән йәки эшләргә теләк белдергән белгестәргә дәүләт ярҙамын күрһәтеү күҙ уңында тотола. Йыл һайын юғары профессиональ белем биреү медицина учреждениеларын тамамлаусы 300-ҙән ашыу йәш белгесте райондарға йүнәлтеү планлаштырыла, уларға 100 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнәсәк.

— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу Башҡортостандың социаль-иҡтисади потенциалын арттырыуға һәм халыҡтың сәләмәтлек торошон яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Георгий Шебаев.

http://www.bashinform.ru/bash/414786/
 
<< Başlat < Önceki 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Sonraki > Son >>

Sayfa 6 > 31
  TKA 2008