TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Başqırdıstan
Башҡортостан вәкилдәре VIII Халыҡ-ара Ҡөрьән уҡыусылар конкурсында ҡатнашасаҡ
Башҡортостан, "Башинформ", 25 ноябрь 2011.

Бөгөн Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда VIII Халыҡ-ара Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы асыла. Ул ике көн дауам итәсәк. 35 кеше Халыҡ-ара конкурста ҡатнашыу теләген белдергән, тип хәбәр итә конкурстың матбуғат үҙәге.

Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Беларусь, Әзербайжан, Үзбәкстан һәм Тажикстан исеменән сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Чечня, Ҡабарҙы-Балҡар, Иваново, Томск, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Санкт-Петербург, Пермь крайы Рәсәй Федерацияһы исемен яҡлаясаҡ.

Бәйге ике этапта үтәсәк. Сара Бөтә донъя ислам лигаһының Бөтә донъя хәфиздәр әҙерләү ойошмаһы, шулай уҡ Кувейттың Ислам фәндәре йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡөрьән нуры» хәйриә фонды ярҙамында Рәсәй ислам университетының Ҡөрьән хәфиздәре үҙәге менән ойошторола.

Конкурстың беренсе, һайлап алыу, туры бөгөн, 24 ноябрҙә, үтәсәк. Икенсе туры 25 ноябрҙә Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһында уҙғарыласаҡ.

http://www.bashinform.ru/bash/414010/
 
Башҡортостанда «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экофорумы үтәсәк
Башҡортостан, "Башинформ", 22 ноябрь 2011.

Мәләүездең Ҡала мәҙәниәт һарайында 24-нән 25 ноябргә тиклем «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экологик форумы үтәсәк. Форумда ҡатнашыусылар экологик белем биреү һәм тәрбиә мәсьәләләрен, ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу, экологик туризм проблемаларын тикшерәсәк.  Һәр мәсьәлә буйынса сит ил һәм Рәсәй ғалимдары менән әҙерләнгән проект-презентациялар күрһәтеләсәк.

Мәҫәлән, профессор Андреа Хайльман — ГАРЦ Ғәмәли фәндәр институтының «Тотороҡло үҫеш өсөн белем биреү» презентацияһын, иҡтисади фәндәр кандидаты Владимир Фридланд Европа илдәрендә экология өлкәһендәге эксперттарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса INAMT халыҡ-ара идара һәм технологиялар академияһы программаһын тәҡдим итәсәк.

Экофорумдың ойоштороусылары булып республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы, «Башҡортостан-Германия» Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм К.Г.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара университетының Мәләүездәге филиалы сығыш яһаған.

— Форум эшендә Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы генераль консулы Рената Шимкорайт, Урта һәм Көнсығыш Европа буйынса Фраунхофер үҙәгенең «Трансферттың инновацион системалары» бүлексәһе етәксеһе Штеффен Прайсслер, республиканың тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының, юғары уҡыу йорттарының, йәмәғәт ойошмалары һәм ғилми учреждениеларҙың вәкилдәре ҡатнашасаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына төбәктәге Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
http://www.bashinform.ru/bash/413224/

 
Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә Чанаккаленең шиғриәт кисәләрендә ҡатнашты
Башҡортостан, "Башинформ", 22 ноябрь 2011.

Төркиәнең Чанаккале ҡалаһында III Чанаккаленең халыҡ-ара шиғриәт кисәләре үтте, унда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов һәм Төркиәлә йәшәүсе шағирә Сәриә Вәлиева ҡатнашты. Төрки телле халыҡтар тарихында ҙур әһәмиәткә эйә булған ҡалала тәүгә, төрки телле шағирҙар әҫәрҙәренән тыш, башҡорт авторҙарының да төрөк теленә тәржемә ителгән шиғырҙары уҡып ишеттерелде.

Сараны ойоштороусылар – Чанаккале ҡалаһының «Академия» шиғриәт йәмғиәте. Алдағы йылда ойоштороусылар шиғриәт кисәләре сиктәрен киңәйтергә һәм халыҡ-ара Чанаккале тураһындағы шиғырҙар конкурсын айырым үткәрергә ниәтләй.
http://www.bashinform.ru/bash/413228/

 
Социаль туризм мәсьәләләре буйынса Беренсе Бөтә Рәсәй форумы Башҡортостанда үтәсәк
Башҡортостан, "Башинформ", 22 ноябрь 2011.

21 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә социаль туризм мәсьәләләре буйынса Беренсе Бөтә Рәсәй форумын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Сараны 15-16 декабрҙә Өфөлә үткәреү планлаштырыла. Ойоштороу комитеты эшендә Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Михеев, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, республиканың дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Социаль туризм мәсьәләләре буйынса форумды Өфөлә үткәреү тәҡдиме Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә 2011 йылда «Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү (2011-2018 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Туризм буйынса федераль агентлыҡтан ҡабул ителде. Бөгөнгө көнгә был проект Башҡортостанда ғына тормошҡа ашырыла.

Социаль туризмды үҫтереү һәм Рәсәй граждандарының туризм өлкәһендәге мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу механизмдарын камиллаштырыу Бөтә Рәсәй форумының төп маҡсаты булып тора.

Форум сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Федераль агентлыҡ араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөләсәк. Шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү (2011-2018 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһының бер өлөшө булараҡ төбәк маҡсатлы программалары» бөтә Рәсәй кәңәшмәһе һәм «Рәсәй Федерацияһында социаль туризмды үҫтереү. Проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары» Пленар ултырышы үтәсәк. Бынан тыш, республиканың туризм индустрияһы күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, унда төбәктең туристик ресурстары тәҡдим ителәсәк. Федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары өсөн Башҡортостан буйлап матбуғат туры үткәреләсәк.
http://www.bashinform.ru/bash/413270/

 
Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы үткәрелә
Башҡортостан, "Башинформ", 17 ноябрь 2011.

Бөгөн Хәйбулла районының Акъяр ауылында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы башлана.

Конкурстың ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, муниципаль район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы сығыш яһай.

Республика конкурсы халыҡтың музыкаль традицияларын һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау маҡсатында һәм атаҡлы ҡурайсының тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан үткәрелә.

Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) — ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул башҡорт музыканттары араһында тәүгеләрҙән булып милли сәнғәте сит ил сәхнәләрендә – Францияла, Германияла, Швеция, Бельгия, Голландияла күрһәткән.

БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы менән 1978 йылда ҡурайҙа, ҡумыҙҙа һәм өзләү ярҙамында башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарыу оҫталығы өсөн Иҫәнбаев призы булдырыла. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ошо йылдан башлап был призға конкурстар ҡурайсының тыуған ерендә, Хәйбулла районында, үткәрелә башлай.

Конкурста республиканың 20 районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнаша.

Ҡурайсылар конкурсы ике турҙа, 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк ике йәш категорияһында үтә.

Жюри составына билдәле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ ижадын өйрәнеүселәр, Йомабай Иҫәнбаев конкурстарында Гран-при алыусылар ингән. Әйткәндәй, Гран-при яулаған конкурсантҡа ат тапшырыла.

Конкурс сиктәрендә Йомабай Иҫәнбаевҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтәсәк. Шулай уҡ алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр, әлеге конкурс еңеүселәре — сәсәндәр ҡатнашлығындағы концерттар ҙа планлаштырылған.

Конкурс 18 ноябрҙә тамамланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

http://www.bashinform.ru/bash/412052/
 
<< Başlat < Önceki 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Sonraki > Son >>

Sayfa 7 > 31
  TKA 2008