TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Başqırdıstan
Башҡортостан ҡышҡы ваҡытҡа күсмәйәсәк
Башҡортостан, "Башинформ", 2 сентябрь 2011 йыл.
Ағымдағы йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә туғыҙ сәғәт зонаһы булдырыласаҡ. Уларға киләһеләр ҡарай: Мәскәү, Калининград, Екатеринбург, Омск, Красноярск, Иркутск, Якутия, Владивосток һәм Магадан зоналары. Башҡортостан Республикаһы Мәскәү ваҡытынан ике сәғәт айырмалыҡ менән Екатеринбург зонаһына ҡарай.

Ҡышҡы ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Ил башлығы үҙгәрештәргә яраҡлашыу кәрәклегенең стрестар һәм ауырыуҙар менән бәйле булыуын билдәләне, шуға күрә ҡышҡы ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөү файҙалы булмаҡсы.
http://www.bashinform.ru/bash/391348/

 
Рөстәм Хәмитов Ирандың Ҡазандағы Генераль консулы Рәсүл Шаян менән осрашты
Башҡортостан, "Башинформ", 2 сентябрь 2011 йыл.

1 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Иран Ислам Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Рәсүл Шаян менән осрашыуы үтте. Әңгәмә барышында Башҡортостан менән Иран араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре, шулай уҡ ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлек перспективалары ҡаралды, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

Рөстәм Хәмитов Рәсүл Шаянды Башҡортостандағы иҡтисади хәл, сәнәғәт һәм аграр производстволарының үҫеш тенденциялары менән таныштырҙы. Башҡортостан Президенты шулай уҡ республика менән Иран араһындағы мөнәсәбәттәргә баһа бирҙе.

«Беҙҙең тышҡы сауҙа әйләнеше артыҡ ҙур түгел, былтыр уның күләме 70 миллион АҠШ долларынан аҙ ғына ашыуыраҡ тәшкил иткәйне, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беренсе ярты йыллыҡты беҙ 40 миллион АҠШ доллары самаһы һөҙөмтәләр менән тамамланыҡ, әммә был нигеҙҙә — Башҡортостан тауарҙары экспорты. Ирандан беҙ тауарҙар һатып алмайбыҙ ҙа тиерлек. Беҙгә, әлбиттә, үҙ-ара килешеп эш итеү күләмдәрен арттырыу, уларҙы ике яҡ өсөн дә файҙалы итеү зарур».

Башҡортостан Президенты үҙ-ара сауҙа бәйләнештәрен көйләү маҡсатында Ирандың эшлекле даирә вәкилдәренең республикаға килеүен, һәм Башҡортостан белгестәренең Иранға барыуын ойошторорға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов Ирандың Генераль консулы иғтибарын республиканың көйләнгән шифахана-курорт системаһына йүнәлтте, һәм уның визиты беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә күсерәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.

Рәсүл Шаян иҡтисад өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә әҙер булыуын белдерҙе.

«Мәскәүҙәге беҙҙең илсе менән һөйләшкәндә, ул һеҙгә сәләм әйтергә ҡушты һәм һеҙҙең менән ошо мәсьәләләрҙе тикшерергә тәҡдим итте. Нефть өлкәһендә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте булдырыу бик тә мөмкин», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Иран Ислам Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы.

http://www.bashinform.ru/bash/391569/

 
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы менән ҡотланы
Башҡортостан, "Башинформ", 31 август 2011 йыл.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы башланыуы менән ҡотланы. Үҙенең ҡотлауында төбәк башлығы, «был байрамда исламдың күп быуатлыҡ йолалары, уның юғары әхлаҡи идеалдары сағылдырыла», тип билдәләне. «Ураҙа байрамы изге айҙың төп ҡанундарын – рухи таҙарыныуҙы, тыныслыҡ һөйөүҙе һәм миһырбанлылыҡты, изге эштәр ҡылыуҙы кәүҙәләндерә. Бындай ҡиммәттәр барлыҡ дин вәкилдәре өсөн дә берҙәй яҡын һәм аңлашыла, тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булып хеҙмәт итә.

Республика мосолмандары конфессия-ара диалог төҙөүгә, дини берекмәләрҙең дәүләт власы органдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен киңәйтеүгә ҙур өлөш индерә. Ислам динен тотоусылар толерантлыҡ һәм башҡа диндәргә ихтирам идеяларын үҫтереүҙә, шулай уҡ дини экстремизмға, йәмғиәттә социаль афәттәрҙең таралыуына  ҡаршы тороуҙа изге эштәр атҡара».  

— Ураҙа байрамы барыбыҙға ла күңел тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс бүләк итһен, ижади хеҙмәт өсөн яңы көс-дәрт һәм илһам бирһен. Ихлас күңелдән һәр йортҡа һәм ғаиләгә йылылыҡ һәм шатлыҡ, татыулыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек кереүен теләйем! — тип билдәләне ҡотлауында республика Президенты.
http://www.bashinform.ru/bash/390713/

 
Башҡортостанда ИКЕА асылды
Башҡортостан, "Башинформ", 25 август 2011 йыл.

Бөгөн, 25 августа, Өфөлә ИКЕА магазины асылды. Ғаилә сауҙа үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм ИКЕА-ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлаг сығыш яһаны.

— Беҙ ИКЕА компанияһы менән берлектәге эшебеҙҙең оло этабын тамамлайбыҙ. Был эш һөҙөмтәһендә ошо күркәм сауҙа үҙәге асылды, — тине тантанала Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты Рәстәм Хәмитов йыйылғандарҙың барыһын да Өфөлә ИКЕА сауҙа үҙәге асылыуы менән ҡотланы һәм был ваҡиға артында уртаҡ тырышлыҡ менән хәл ителгән етди ауырлыҡтар тороуын билдәләне.

— ИКЕА компанияһы коллективына, был компанияның етәкселәренә иң ауыр мәлдәрҙә лә төшөнкөлөккә бирелмәгәндәре һәм эшләүҙәрен дауам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде еткерергә теләйем, — тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов үҙенең дә ИКЕА хеҙмәттәренән файҙаланғаны тураһында һөйләне. Ун йылдан ашыу элек уны Мәскәүгә эшкә күсергәндәр. Һәм фатирға ремонт үткәргәндән һуң мебель һатып алыу мәсьәләһе тыуған.

— Миңә Мәскәүҙә яңыраҡ ҡына асылған ИКЕА магазинына барырға кәңәш иттеләр, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. — Шулай эшләнем дә. Бик матур компьютер өҫтәле, диван, ултырғыстар, шкаф һатып алдым.

— Был мебель миңә әле лә хеҙмәт итә, — тине Башҡортостан Президенты. — Һәм мин тәүге тапҡыр мебелде күпләп ИКЕА магазинында һатып алыуыма шатмын.

Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, уның тарихы башҡаларҙан айырылмай. Илдәге бик күп кешеләр ИКЕА-ны гарантиялы сифат, юғары булмаған хаҡтар һәм матур хеҙмәтләндереү тип белә.

Башҡортостан Президенты, был ИКЕА компанияһының республикала асылған һуңғы магазины түгелдер, тигән ышанысын белдерҙе. Сөнки Башҡортостанда инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Рөстәм Хәмитов, яҡшы инвестицион климат бихисап компанияларҙың иғтибарын йәлеп итәсәк, тигән фекерҙә.

Яңы сауҙа комплексының асылыуы республика предприятиеларын да сифатлыраҡ продукция етештереүгә этәрергә тейеш. Шул саҡта улар ҙа эре селтәр компанияларының поставкалаусылары була ала.

— Барыһы ла етештереүселәребеҙҙән, уларҙың нисек эшләүенән, ИКЕА, «Леруа Мерлен», «Ашан» кеүек эре корпорациялар менән бәйләнеш булдырырға ынтылыуҙарынан тора, — ти Рөстәм Зәки улы. — Миңә билдәле булыуынса, был компанияларҙың менеджменты урындағы етештереүселәрҙе һәм тауар менән тьәмин итеүсе фирмаларҙы йәлеп итеү яҡлы. Ә беҙ, үҙебеҙҙең яҡтан, был процесты алға этәрербеҙ  — ошо сауҙа селтәрҙәрен үҙҙәренең тауарҙары менән тәьмин итәсәк производстволар, предприятиеларҙың аяҡҡа баҫыуына ярҙам итәсәкбеҙ.

ИКЕА-ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлаг, яңы сауҙа комплексы тәҡдим иткән бизнес-идеялар һәм йортто йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәр Өфө халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тигән ышанысын белдерҙе. Ул Башҡортостан Президентына ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.

— Беҙ социаль яуаплы компания һәм оҙайлы ваҡытҡа килгән инвестор, — тип ышандырҙы Пер Вендшлаг. — Һәм матур мөнәсәбәттәр булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.

Компания етәкселеге исеменән ул Башҡортостан Президентына иҫтәлекле бүләк — мебель йыйыу инструментына оҡшатып яһалған сувенир тапшырҙы.


http://www.bashinform.ru/bash/389729/
 
Башҡортостанда баланы уллыҡҡа алыусы граждандарға әсәлек капиталын түләү тәртибе раҫланды
Башҡортостан, "Башинформ", 25 август 2011 йыл.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 23 августағы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәүсе һәм баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусы граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланды.

Документта, бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә түләнеүсе башҡа пособиеларға ҡарамаҫтан тәғәйенләнә, тип билдәләнә.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пособие «Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Федераль законының 6-сы статьяһында ҡаралған әсәлек (ғаилә) капиталы күләмендә уллыҡҡа алынған һәр балаға түләнә.

Бала алыусылар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособиены тулыһынса йәки өлөшләтә киләһе йүнәлештәрҙә тотона ала: бала алған ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға; уллыҡҡа алынған баланы дауалауға; уны шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыуға; балаға белем биреүгә.

Рәсәй Федерацияһы гражданы булған, Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәүсе һәм республикала даими йәшәүсе баланы уллыҡҡа алған ата-әсәнең береһе бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие алыуға хоҡуҡлы.

Ике һәм унан күберәк баланы уллыҡҡа алған осраҡта бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие һәр балаға түләнә.

Пособие тәғәйенләү тәртибендә киләһе сикләү бар: уллыҡҡа бала алған кеше баланың үгәй атаһы йәки үгәй әсәһе булһа, пособие түләнмәй.

Ҡарар 2011 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғәмәлгә ингән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.

Документтың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаға йөкмәтелгән.

http://www.bashinform.ru/bash/389707/
 
<< Başlat < Önceki 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Sonraki > Son >>

Sayfa 9 > 31
  TKA 2008