TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Башҡортостанда «Һөт иле - 2011» фестивале үтәсәк
Башҡортостан, "Башинформ", 26 июль 2011 йыл.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Һөт иле-2011» Бөтә Рәсәй фестивален Өфө ҡалаһында үткәреү тураһында»ғы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Фестиваль сәләмәт тормошто пропагандалау, һөтлө аҙыҡтар ҡулланыу культураһын тергеҙеү һәм ҡулланыусылар баҙарын сифатлы һөтлө аҙыҡ менән тулыландырыу маҡсатында ойошторола.

«Һөт иле-2011» Бөтә Рәсәй фестивале Милли һөт етештереүселәр союзы, «Башҡортостандың һөтсөлөк союзы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм һөтсөлөк тармағы предприятиелары инициативаһы буйынса үткәрелә.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн һөт һәм һөт аҙыҡтарын етештереүселәр һәм эшкәртеүселәрҙе, шулай уҡ Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа субъекттарынан сауҙа ойошмаларын йәлеп итергә планлаштырыла. Фестиваль 2011 йылдың 3 сентябрендә үтәсәк, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

http://www.bashinform.ru/bash/381779/

 
  TKA 2008