TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Башҡортостан Хөкүмәтендә Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге менән осрашыү үтте
Башкортостан, 18 август, Башинформ. фөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Павел Потапов менән осрашыуы үтте. Осрашыу барышында республикала ер һәм милек мәсьәләләрен хәл итеүҙә яҡтарҙың үҙ-ара тығыҙыраҡ эшләүе тураһында килешеүгә өлгәшелде. Атап әйткәндә, федераль ерҙәрҙең бер өлөшөн республиканың торлаҡ төҙөлөшө программаһына йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Йәнә бер федераль орган – Федераль Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды – торлаҡ төҙөлөшөнә, шул иҫәптән уларҙы комплекслы үҙләштереүгә тәғәйенләнгән ер участкалары баҙарын үҫтереүҙә ярҙам итәсәк.Торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер участкаларын һатыуҙан алынған килем республика бюджетына һәм муниципаль берәмек бюджеттарына тигеҙ нисбәттә йүнәлтеләсәк. Осрашыуҙа вице-премьерҙар Илшат Тажетдинов һәм Әнүәр Мәхмүтов ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
 
  TKA 2008