TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы Ураҙа байрамын тамашасылары менән ҡаршылаясаҡ
Башҡортостан, "Башинформ", 23 август 2011 йыл.

Йәйге отпускыларҙан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәнә эшкә тотондо. Тамашасылар менән тәүге осрашыу 30 августа — мосолмандар өсөн изге Ураҙа байрамында буласаҡ. Был көндө театр сәхнәһендә байрамға бағышланған тамаша үткәреләсәк, унда театрҙың барлыҡ артистары ла ҡатнашасаҡ.

Концерттан тыш театр хеҙмәткәрҙәре репетицияларҙы әүҙем үткәрә — яңы миҙгелдә театр һөйөүселәрҙе байтаҡ премьералар көтә. Шулай итеп, театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшахмановтың Мостай Кәрим трагедияһы буйынса «Ай тотолған төндә» спектаклен әҙерләүе, ә уның хеҙмәттәше Арыҫлан Йәнбәковтың «Хазина» (Салауат Әбүзәр) пьесаһы өҫтөндә эшләүе билдәле.

Театрҙың яңы миҙгелен асыу 23 сентябргә планлаштырылған.

http://www.bashinform.ru/bash/388738/
 
  TKA 2008