TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Башҡортостан боксеры Хәбир Сөләймәнов Мексикала еңеү яуланы
Башҡортостан, "Башинформ", 16 декабрь 2011.

Билдәле башҡорт боксеры, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы егете Хәбир Сөләймәнов Мехикали ҡалаһында (Мексика) үткән сираттағы профессиональ көрәштә еңеү яуланы.

Уның ағайы, шулай уҡ билдәле боксер Сабир һүҙҙәренсә, был профессиональ боксерҙар өсөн 8 раундтан торған рейтинг көрәше булған. Хәбир Сөләймәнов 54 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған, уға ҡаршы Мексикала йәшәүсе Хорхе Герреро көрәшкән. Еңеү өсөн Хәбиргә бер генә раунд кәрәк булған.

Бынан алда Хәбир Сөләймәнов Америка Ҡушма Штаттарында 12 рейтинг көрәшендә еңгән. Алда йәш спортсыны яңы көрәштәр һәм, моғайын, яңы еңеүҙәр көтәлер.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хәфизов та боксерҙы еңеү менән ҡотланы.

http://www.bashinform.ru/bash/420494/
 
  TKA 2008