TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Башҡортостан «Оло Волга» проектында ҡатнашыусы төбәктәр иҫәбенә инде
Башҡортостан, "Башинформ", 20 ғинуар 2012.
«Оло Волга» туристик бренды Волга йылғаһы ағып ятҡан Рәсәй Федерацияһы төбәктәрен берләштерә. 2008 йылда Ульяновск, Һамар өлкәләре һәм Татарстан Республикаһы араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. 2009 йылда килешеүгә Сыуашстан Республикаһы һәм Мари Иле, Һарытау, Пенза һәм Нижегород өлкәләре ҡушылды. Социаль туризм мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй форумы (2011 йылдың 15-16 декабре) сиктәрендә килешеүҙә ҡатнашыусылар исемлегенә Башҡортостан Республикаһы ла ҡушылды.

Был өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү төбәктә круиз туризмын үҫтереүгә, күрше өлкәләрҙән килеүсе туристар һанын арттырыуға, өҫтәмә туристик маршруттар булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Килешеү республиканың Ағиҙел һәм Кама йылғалары буйында урынлашҡан ҡалаларына туристик өлкәне һәм ғөмүмән иҡтисадты үҫтереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр асасаҡ. Был тәү сиратта Өфө, Бөрө ҡалаларына, Николо-Березовка ауылына ҡағыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.

http://www.bashinform.ru/bash/427244/
 
  TKA 2008